Федоровка районы Юлдаш ауылында экологик акция

Изге эшкә ауылдаштарын «Ғәлиә» мәсете имам-хатибы, хажи Кәрим Атйетәров дәртләндергән. Диндарҙың мәсет эргәһендәге баҡсаны йәшелләндереү тәҡдимен урындағы халыҡ хуплап, эшкә дәррәү тотонған. Өмәгә һәр кем үҙ техникаһы менән сыҡҡан. Һөҙөмтәлә биләмәлә йөҙ ҡарағай ултыртылған. Улар нығынып китһен өсөн юлдаштар йәш үҫентеләргә сиратлап һыу һибергә килешкән.