“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филалында 115 меңдән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән

Уларҙың 90 проценты хәл ителгән. Филиал етәксеһе, Башҡортостан парламенты депутаты Гөлнур Ҡолһарина ошо турала белдерҙе. “Беҙҙең фондтың төп йүнәлештәренең береһе ауыр хәрби йәрәхәт алған ир-егеттәрҙең йортонда уңайлы шарттар тыуҙырыу”, - тине ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филалы Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Шулай уҡ яңы бина бирелде. Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, уны ремонтлаясаҡ ойошма вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрелгән. Унда төп эштәрҙе алып барыу, шулай уҡ ҡоролмалар килтереүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралған.