Республика халҡы тәртипкә килтереләсәк йәмәғәт биләмәһен һайлай ала

  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдергән. Рәсәйҙә төҙөкләндерелергә тейешле объекттар өсөн тауыш биреү башланды.  “Быйыл беҙ 2026 йылда ниндәй эштәр башҡарылыуын һайлайбыҙ. Республикалағы 241 объекттың 159-н һайларға кәрәк. Тауыш биреү “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса ойошторола. Башҡортостанда быйыл 94 биләмә төҙөкләндерелә. Һуңғы алты йыл эсендә федераль ҡаҙнана бүленгән аҡсаға  800-ҙән ашыу йәмәғәт биләмәһеняңырттыҡ”, - тип яҙған Радий Хәбиров.