“Башҡортостан Геройҙары” программаһында ҡатнашыусылар күп

Республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар проектына ғариза тапшырыу буйынса илдә беренсе урында. “Башҡортостан Геройҙары” программаһына 2 мең 26 ғариза килгән. Рәсәйҙең һәр төбәгендә ошоға оҡшаш программа булдырылған. Ил буйынса 46 мең яугир ҡатнашырға теләк белдергән. Краснодар крайы һәм Нижегород өлкәһе тәүге өс лидер иҫәбенә ингән. Төбәк программаһы Президент ҡушыуы буйынса “Геройҙар ваҡыты” федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла. Әле уның икенсе этабы бара. Проектта ҡатнашҡан яугирҙар менән онлайн тәртиптә фекер алышыу 12 майға тиклем дауам итә.