Өфөлә «Һаулыҡ һаҡлауҙа хеҙмәтте һаҡлау» икенсе республика форумы үтте

Семинарға республиканан 150-нән ашыу белгес һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса вәкилдәр йыйылды. Һаулыҡ һаҡлау тармағында хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары менән тәьмин итеү, махсус кабинеттар асыу кеүек көнүҙәк һорауҙар ҡаралды. 2020 йылдан профсоюз страховкалау программаһы эшләй. 64 меңдән ашыу хеҙмәткәр производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙан страховкаланған.

Медицина өлкәһе өсөн был бик мөһим. Һәр хеҙмәткәр хәүефһеҙлек менән тәьмин ителергә тейеш. Семинарҙа белгестәр ошо йүнәлештә тәжрибә уртаҡлаша.

Рауил Хәлфин, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе