Быға тиклем ул ике йыл республика ойошмаһын етәкләп уны үҫтереү, граждандарға күп яҡлы юридик ярҙам ойоштороу эшендә ҡатнашты. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә юристар ассоциацияһының эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Ойошма белгестәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай юридик ярҙам күрһәтә. Һуңғы ике йылда адвокаттар 20 мең яугирға уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткән.