«Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар әңәмә үтеүгә әҙерләнә

«Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар тест тапшырыу этабын тамамлап, әңәмә үтеүгә әҙерләнә. Программала ҡатнашыусыларҙың береһе - Рәмил Ғәлимов. Өлкән сержант, пулеметсы Салауат Юлаев батальоны составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Былтыр сентябрҙә ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Яңынан атларға өйрәнеү менән бер рәттән замандашыбыҙ тормоштан артта ҡалмай «Геройҙар ваҡыты» программаһы буйынса белемен камиллаштырырға теләк белдерә. Уҡыуҙы уңышлы тамамлай. Әле «Ғәлим» ҡушаматлы яугир өйҙә дауаланыу курсын дауам итә. Республикала старт алған «Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыу өсөн ғариза ебәрә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан геройҙары» программаһы артабан дәүләт һәм власть органдарында, шулай уҡ республика ойошмаларында эшләү өсөн юғары квалификациялы етәкселәр әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Уҡыуҙың өс этабын үттем, әле тест һорауҙарының һөҙөмтәһен көтәм. Артабан әңгәмә үтергә әҙерләнәсәкмен. Махсус хәрби операция яугирҙары өсөн бындай программа булыуы бик яҡшы. Фронтҡа барған һәр кем батыр, ышаныслы кеше. Улар киләсәктә лә республикабыҙ сәскә атһын өсөн бар көсөн һаласаҡ.

Рәмил Ғәлимов, махсус хәрби операция яугиры