Өфө йәнә ҡыҫҡа ваҡытҡа Ренессанс заманына ҡайтты. Баш ҡаланың Октябрь районында йыл һайын ойошторолған кадет кластары уҡыусылары ҡатнашлығында бал үтте. Егеттәр һәр ваҡыттағыса парад формаларҙа, ә ҡыҙҙар махсус тегелгән ебәк күлдәктәрҙә сығыш яһаны.
Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, балдар Рәсәйҙә Петр Беренсе заманынан ойошторола. Ә ике тиҫтә йылдан илдә тәүге кадет корпусы асыла. Йәш хәрбиҙәр фән менән шөғөлләнергә, атта йөрөргә, шпага менән файҙаланыуҙан тыш, бейей белергә лә тейеш булған. Бөгөн был ҡағиҙә ябайлаштырылһа ла, бал мәҙәниәте юғалмаған. Уға кадеттар уҡыу йылы башынан уҡ әҙерләнә башлай, төрлө район-ҡала конкурстарында сығыш яһай.
Өфөнөң Октябрь районында кадет балы быйыл бишенсе йыл рәттән ойошторола. Балалар араһында илһөйәрлек рухын тәрбиәләү, тарихҡа ихтирам уятыу, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе онотмау сара ойоштороусылары ҡуйған төп маҡсаттарҙың береһе.