«Салауат Юлаев» менән «Спартак» командалары араһындағы серия еңеүсеһе 7-се уйында хәл ителәсәк

Мәскәүҙәге һуңғы осрашыуҙың яҙмышы йәнә овертаймда хәл ителде. Был юлы Алексей Василевский индергән шайба Өфө клубына 2-1 иҫәбе менән уңыш килтерҙе.

Матч алдынан күп кенә көйәрмәндәр ҙә, хоккей белгестәре лә өҫтөнлөк «Спартак» яғында буласаҡ тип фаразлағайны. Өҫтәүенә, Джошуа Ливо йәрәхәтләнеү сәбәпле, уйында ҡатнаша алманы.

Уның урынына 18 йәшлек Александр Жаровский сыҡты. Шуға ҡарамаҫтан иҫәпте икенсе осорҙа яҡташтарыбыҙ асты. Килеп тыуған мөмкинлек менән Владислав Ефремов файҙаланды. Әммә күп тә үтмәй дәғүәселәр яуап шайбаһы индерҙе. Шулай итеп төп ваҡыт 1-1 иҫәбе менән тамамланды. Ә инде овертаймда Алексей Василевский Башҡортотсан командаһына еңеү килтерҙе. Хәл иткес 7-се уйын иртәгә «Өфө-арена»ла уҙа.