Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 22 районынан ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙар яҙғы культураларҙы сәсеүгә төшкән. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. Быйыл яҙ иртә, әммә сәсеүҙе ғәҙәти ваҡытта тиерлек башлайбыҙ, - тип билдәләгән ул.

Март аҙағында баҫыуҙарҙа тәүге эштәр башланһа ла, һауа торошо үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Белгестәр быны яҡшы тип билдәләй. Сәсеүгә иртә сыҡҡан йылдар ҡайһы саҡта уңдырышлы була. Шуға күрә яҡшы уңышҡа өмөтләнәбеҙ, - тип өҫтәгән Башҡортостан башлығы. Бөгөнгә 23 мең гектар самаһы ауыл хужалығы культуралары сәселгән. Был планға ҡарата 1 процент. Башлыса улар иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары. Ҡайһы бер райондарҙа юғары табышлы майлы культуралар сәселә. Яуаплы эштең мөһим этабы тотҡарлыҡһыҙ үтһен. Хеҙмәт һәм фиҙакәрлек өсөн рәхмәт!, тип яҙған республика етәксеһе.