Ремонттан һуң Башҡортостан яҙыусылар союзы йорто «Китап байрамы» фестивалендә асыласаҡ

Бинала төҙөкләндереү эштәре тамамланған. Йортто асыу тантанаһы һәм башҡа һорауҙар күсмә кәңәшмә барышында һөйләшелде. Баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан ике ҡатлы йорт Поликарпов йорто булараҡ билдәле. Мәҙәни мираҫ объекты һаналған бинала иҙән алмаштырылған, елләтеү, канализация системаһы, радиаторҙар яңыртылған. Төҙөкләндереү бинаның тышҡы яғына ла ҡағылған.

Яҙыусылар һорауы буйынса, бина эсендәге планировка үҙгәрешһеҙ ҡалған. Фасадындағы элементтар ҙа тарихи йөҙөн һаҡлаған. Әйткәндәй, Өфөлә уға оҡшаш бина башҡа юҡ. Хәтерегеҙгө төшөрәбеҙ, бинаны төҙөкләндереү былтыр республика Яҙыусылар союзы рәйесенең Башҡортостан башлығына мөрәжәғәтенән һуң башланғайны.

Бина артындағы майҙансыҡта «Өфө йүкәләре» скверы булдырыла. Скверҙа сәхнә, фекер аллеяһы, арт- объект буласаҡ һәм әлбиттә йүкә ағастары ултыртыла.

Бында Башҡортостан гимны тексы барлыҡҡа килгән, баш ҡалабыҙҙың рәсми булмаған гимнына әүерелгән Назар Нәжмиҙең «Өфө йүкәләре» йыры һүҙҙәре ижад ителгән. Быға бәйле скверҙы Радий Хәбиров булдырырға ҡушты.