Әле республика Профсоюздар йортонда ярышта ҡатнашыусылар фәнни-тикшеренеү эштәрен яҡлай. Унан һуң еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы башлана. Башҡортостан конкурсы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Башҡортостан Милли архивы директоры урынбаҫары Зөфәр Ғәтиәтуллин:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЗөфәр Ғәтиәтуллин белдереүенсә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Межгорье, Нефтекама ҡалаһы, Асҡын, Бөрө, Борай, Мәләүез һәм Саҡмағош районы уҡыусылары һәм студенттары конкурста әүҙемлек күрһәткән. Ярышта шулай уҡ Новосибирск өлкәһе, Татарстан, Санкт-Петербург йәштәре ҡатнашҡан. “Беҙҙең маҡсат илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән герой образын тыуҙырыу булды”, - ти Башҡорт кооператив техникумы уҡытыусыһы Рәшиҙә Абдуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Минең шәжәрәм” конкурсы еңеүселәре менән киләһе сығарылыштарҙа таныштырырбыҙ.