Быйыл төбәктә 43 мең ярым гектар майҙанда төрлө культуралар сәсеү планлаштырылған. Шул уҡ ваҡытта ужым бойҙайына ашлама индереү ҙә йылдам бара. Урындағы хужалыҡтар эшмәкәрлеге тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Был техниканы ауыл хужалығы эшсәндәре Калашников автоматы менән сағыштыра. Ышаныслы, ябай, юғары ҡеүәтле. Баҫыуға ошондай 6 сәсеү комплексы сыҡҡан.
«Ленин» тоҡомсолоҡ заводы - райондың иң ҙур ойошмаларының береһе. Башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтың 10 мең гектарға яҡын һөрөнтө ере бар. Унда сифатлы мал аҙығы әҙерләү өсөн төрлө техник һәм майлы культуралар сәселәсәк. Әле һалҡынға сыҙамлы үҫемлектәрҙең береһе - арпа сәселә. Яҙғы баҫыу эшенә әҙерлек - уңыштың яртыһы. Шуға күрә хужалыҡта яҡынса 100 миллион һумға төрлө техника һатып алынған.
Дүртөйлө районы аграрийҙары яҙғы баҫыу эшенә ғәҙәттәгенән иртәрәк, апрель уртаһында сыҡҡан. «Еникеев» ауыл хужалығында әле борсаҡ, бойҙай һәм апра орлоҡтары сәселә. Яҡын арала ҡара бойҙай, кукуруз, көнбағыш һәм бер йыллыҡ үләндәр баҫыуына сығыу планлаштырылған.
Ярауай культураларҙы сәсеүҙән тыш, ужым бойҙайына ла иғтибар бирелә. Бында ул күпселек райондарҙан айырмалы рәүештә ҡышты яҡшы үткәргән, юғалтыуҙар юҡ тиерлек.
Составында аммиак булған шыйыҡ ашламаны индереү ужым бойҙайын кәрәкле витаминдар менән туҡландырасаҡ. Гранулалы ашламаларҙан айырмалы рәүештә, бының өсөн ямғыр яуыуын көтөргә кәрәкмәй. Дүртөйлө районы аграрийҙары алдында 43 мең ярым гектар майҙанда төрлө ауыл хужалығы култураларын үҫтереү планы тора. Урында 30-ға яҡын фермер эшләй, 14 хужалыҡ сәсеүгә сыға.
Әлфинә Килдейәрова