Тантаналы шарттарҙа мобилизацияланған яугирҙарҙы махус хәрби операция биләмәһенә оҙаттылар

Запорожье өлкәһендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан булған. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ир-егеттәргә рәхмәт белдереп, төбәктә тыуып үҫкән меңдәрсә яҡташыбыҙҙың хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен, Рәсәй армияһының данлы традицияларын дауам итеүен билдәләне. Тап улар батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә, йәш быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләй. Республика халҡы яугирҙаға даими гуманитар ярҙам туплай, власть органдары махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары өсөн социаль-көнкүреш мәсьәләләрен оператив хәл итеүҙә үҙ өлөшөн индерә.