Йәш быуында Ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләү ғаиләнән башлана. Ошо маҡсатта иртәгә Өфөнөң «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә «Атайҙар һәм уландар» тип исемләнгән республика патриотик йыр конкурсы үтә. Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йылына арналған. Ҡабул ителгән 100-ҙән ашыу йыр араһынан баһалама ағзалары тик 16-һын һайлап алған. Уларҙы тамашасылар Гала-концертта тыңлай ала. Инеү бушлай.