Өфөлә Дәүләт думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Павел Крашенинниковтың китабының исем туйы үтте. «Бөйөк державаға юлда» тип исемләнгән китапта ил тарихындағы һынылышлы һәм ҡатмарлы осор тураһында һүҙ бара. Ул 1939 -сы йылдан 1953-сө йылдарға тиклем Советтар союзы тормошо архивта һаҡланған норматив хоҡуҡи акттарға таянып яҙылған. Йыйынтыҡта Бөйөк Ватан һуғышы сәбәптәре, илдең хәрби ҡеүәте, һуғышта еңеү өсөн ярҙам иткән саралар, ышаныслы тыл әһәмиәте һорауҙары иғтибар үҙәгендә. Шулай уҡ Нюрнберг процессы, Ялта һәм Тегеран конференцияһы һәм башҡа тарихи ваҡиғаларға ентекле анализ бирелә