Шәмбе Башҡортостанда башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант уҙа

Мәғрифәтселек сараһы иртәнге сәғәт 11-ҙә БСТ телеканалында тура эфирҙа күрһәтелә. Дикторҙар тексты өс кимәлдә уҡый.Тәүгеһе яңы башлап өйрәнеүселәр , икенсеһе башҡорт телен иркен белгәндәр, өсөнсөһө төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн. Темалары Ватанды һаҡлаусыларға һәм Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә арналған. Башҡорт теленән яҙма эште оффлайн һәм онлайн форматта яҙырға мөмкин. Мәғрифәтселек сараһы 28 апрелгә тиклем дауам итә.