Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ошо турала документ әҙерләгән. Ул ведомство сайтында күрһәтелгән. Документҡа ярашлы, бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам суммаһы 675 һумға арта. Мөлкәтенең бер өлөшөн юғалтыусыларға 75 мең һум урынына 78 мең бирелә. Бөтөнләй мөлкәтһеҙ ҡалыусыларға 156 мең һум түләнә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәләк булыусылар, йәрәхәтләнеүселәр өсөн дә түләүҙәрҙе арттырырға тәҡдим ителә.