Башҡортостанда юлдарға һыҙылған билдәләр сифатһыҙ

Был турала  Республика парламентында эксперттар советы ултырышында белдерелде. Дәүләт автоинспекцияһы вәкиле Антон Свириденко әйтеүенсә, термопластик бер йылға иҫәпләнгән, беҙҙә иһә  3-4 айҙа юҡҡа сыға. Буяу менән һыҙылған юл билдәһе ярты йыл һаҡланырға тейеш, ғәмәлдә бер ай, ай ярым ваҡытта юйыла. Ултырышта эксперттар төркөмө булдырып ремонт һәм юл билдәләрен һыҙыу барышын тикшерергә тәҡдим ителде.