Йәш сәсәндәр бәйгеһе. Баймаҡ ҡалаһы һәм районының 7 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге уҡыусылары араһында «Урал Батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс үтте. Бәйгелә быйыл 58 бала һынау тотто.
«Урал батыр» - ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө, бөйөк ҡомартҡы. Халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, һәләтле балаларҙы асыҡлауҙы, уларҙы республика кимәленә сығарыуҙы күҙ уңында тотҡан, «Урал батыр» эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсының муниципаль этабында йәш сәсәндәр 50 юлдан алып 1500 юлға тиклем эпосты ятлап баһалама ағзалары алдында сығыш яһаны, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Баязит менән Байрас Буранбаевтар «Урал батыр» эпосын 4 йәштән ятлай. Йылдан-йыл уның юлдарын арттырған малайҙар бер нисә йыл рәттән муниципаль, зона этаптарында «Йәш сәсәндәр» бәйгеһе еңеүселәре булып танылған. Игеҙәктәр быйыл да һынатманы.
Һәр конкурсант үҙенсәлекле сығыш яһаны. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса муниципаль конкурсында ҡатнашыусы уҡыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта барыуы ғорурлыҡ тойғоһо уята. Эпостың йәш быуынды тәрбиәләүҙә лә әһәмиәте ҙур - яҡшыны ямандан айырырға, ололарҙы хөрмәт итергә, тыуған ереңде һаҡларға һәм ҡәҙерен белергә өйрәтә.
Раушания Рәхимова