Баш ҡалала Юнармия балы ойошторолдо

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған балда баш ҡкаланың Ленин районы мәктәптәре уҡыусылары вальс бейене. Уҡыусылар сараға ай дауамында әҙерләнгән. Күберәк хәрби йүнәлештә шөғөлләнгән йәштәр вальста беренсе тапҡыр өйөрөлдө. Тантанала юнармия сафында тырышлыҡ күрһәтеүселәр бүләкләнде. Тарихҡа ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам уятыу, мәҙәни зауыҡ булдырыуға арналған бал киләсәктә лә даими үткәрелер тип көтөлә