«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин кубогының ярымфиналына сыҡты!

Бөгөн юлаевсылар Мәскәүҙең «Спартак» клубы менән етенсегә осрашты. «Өфө-Арена»ла уҙған хәл иткес матч көйәрмәндәрҙә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әйтәйек, билеттар ике сәғәт эсендә һалылып бөттө, ә алыпһатарҙар хаҡты бер нисә тапҡырға күтәрҙе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла был көндәрҙә тамашасылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы.

Уйын көсөргәнешле башланды. Ике команда ла осрашыуҙың ни тиклем мөһим икәнлеген яҡшы аңлай ине. Сөнки отолған хәлдә конькиҙы киләһе миҙгелгә тиклем сөйгә эләң. Көйәрмәндәр сериялағы етенсе матчты ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Билеттарҙың ҡиммәтлеге лә хоккей һөйөүселәрҙе ҡурҡытманы. Улар республиканың төрлө төбәктәренән йыйылды.

Беренсе осор ағында дәғүәселәр аҙсылыҡта ҡалды. Килеп тыуған мөмкинлек менән Шелдон Ремпал оҫта файҙаланды. Әлбиттә, көйәрмәндәрҙең шатлығы сикһеҙ ине. Тәнәфестән һуң юлаевсылар йәнә уңышҡа өлгәште. Былюлы Владислав Ефремов һуҡҡан шайбаны дәғүәселәрҙең ҡапҡа һаҡсыһы тота алмай ҡалды. Әммә тәнәфес алдынан ғына ҡунаҡтар тәүге яуап шайбаһы индерҙе.

Өсөнсө осорҙа өҫтөнлөк тулынса «Спартак» яҡында булды. Улар хатта иҫәпте тигеҙләй алды. Әммә был көндө уңыш юдаевсылар яҡында ине. Алексей Василевский индергән шайба Салауат юлаев клубына 3-2 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп серия яҡташтарыбыҙ файҙаһына 4-3 иҫәбе менән тамамланды.

Илдар Байбулатов