2024 йылдағы эшмәкәрлеккә баһа бирелде. Уҙған йылда палата эксперттары тикшереүенән һуң 46 материал тәртип һаҡлау органдарында тапшырылған. 3 енәйәт эше асылған, 17 материал административ кодекс буйынса ҡаралған. - Төп иғтибар финанс ресурстар һәм мөлкәтте файҙаланыуҙа системалы етешһеҙлектәрҙе асыҡлауға йүнәлтелде, -тине Контраль иҫәп палатаһы етәксеһе Константин Шаһиморатов. Бөгөн парламент ултырышында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.