Башҡортостан халҡы төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлай

Бер нисә көн эсендә 227 мең кеше фекерен белдергән. Бүздәк, Дүртөйлө, Мәсетле, Краснокама, Иглин, Ишембай, Стәрлебаш, Бөрйән райондары халҡы айырыуса әүҙем. Йәмәғәт биләмәләре "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы тәртипкә  килтерелә. Әле 2026 йылда  башҡарыласаҡ эштәр өсөн тауыш биреү бара.