«Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» — тәүге республикаль нәфис фильмға уңыш теләйбеҙ!

Премьеранан ситтә ҡалмағыҙ! Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» киноальманахын ҡарағандан һуң, уның яҡшы килеп сығыуын билдәләп, картина өҫтөндә эшләгән берҙәм командаға рәхмәтен белдерҙе, уңыштар теләне.

Республиканың грант ярҙамы менән төшөрөлгән тәүге нәфис фильм 24 апрелдә Рәсәй прокатына сығарыла. Кинокартина бер береһе менән бәйле булған 8 новелланан тора. «Барлыҡ ваҡиғалар яратҡан Өфөбөҙҙә бара»,- тип яҙған төбәк етәксеһе үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Эпизодтарҙы төрлө режиссерҙар - Айнур Асҡаров, Айрат Абушахманов, Айсыуаҡ Йомағолов, Айҙар Аҡманов һәм башҡа һәләтле замандаштарыбыҙ төшөргән. Башҡортостан кинематографы ысын үҫеш кисерә. Республика кимәлендә тармаҡҡа иғтибар ҙа көслө. Һуңғы ике йылда ғына дөйөм суммаһы 100 млн һум булған ун грант бүленгән.