Был турала Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шаһиморатов бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа отчет докладында белдерҙе. Парламент депутаттары шулай уҡ 6 тиҫтәгә яҡын закон проектын тикшкерҙе. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төп ҡануни яңылыҡтар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Контроль-иҫәп палатаһының, Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкилдең эш һөҙөмтәләре, Дәүләт Думаһына ҡануни башлағыстар, республика закондары проекттары. Башҡортостан парламенты күп ҡырлы һәм һөҙөмтәле эш алып бара. Ҡануни документтар ҙа төрлө өлкәләрҙе үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, ҙур булмаған тораҡ пункттарҙа һәм төбәк-ара автомобиль юлдарында элемтәне үҫтергән операторҙарға һалым ташламаһы, йәки энергетиктарҙы тыйыу буйынса закон проекты. Был ҡануни документтар беренсе уҡыуҙа тикшерелде.
Депутаттар шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә дәүләт яҡлауы, милли мираҫ реестрын булдырыу, хоҡуҡи мәғлүмәтте еткереү буйынса закон проекттарын ҡараны. Әйткәндәй, Башҡортостан бушлай юридик ярҙам тураһындағы законды тәүгеләрҙән ҡабул иткән, был мөмкинлек менән файҙаланыусылар арта. Ошо маҡсатта мәғлүмәтте таратыу ысулдары киңәйтелә.
Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән закон проекттарынан Рәсәйҙең Енәйәт кодексына үҙгәрештәр индереүҙе билдәләп үтергә мөмкин. Ҡануни документ мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланып аҡса урлауҙы иҫкәртеүҙе, кисектереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Закон проекты банк иҫәбенән урланған аҡса өсөн ҡулаҡса урлаған һымаҡ енәйәт яуаплылығы билдәләргә тәҡдим итә.
Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың бөгөнгө 22-се пленар ултырышында 6 тиҫтәгә яҡын закон проекты ҡаралды. Парламент депутаттарына шулай уҡ Башҡортостан контроль-иҫәп палатаһының 2024 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет доклады тәҡдим ителде. Аудиторҙар үткән йылда 18 миллиард һумға яҡын суммаға етешһеҙлектәр асыҡлаған. Хоҡук һаҡлау органдарына 46 материал ебәрелгән, ике енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Рәмзиә Кәримова