Юғары уҡыу йорттарында яңы «Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәре» фәне нисек уҡытыла?

Юғары уҡыу йорттарында яңы «Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәре» фәне нисек уҡытыла? Был турала бөгөн Өфө ҡалаһы тарихы музейында үткән икенсе Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияла һөйләштеләр.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институты ойошторған сарала башҡала вуздары, музей хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Видеобәйләнеш аша Рәсәй фән һәм юғары белем министры урынбаҫары, башҡа төбәк вәкилдәре сәләмләне. «Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәре» дисциплинаһы илдең юғары белем биреү йорттарында 2023 йылдың 1 сентябренән алып беренсе курс студенттары өсөн уҡытыла башланы. Ул мәктәптәрҙә булған «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» дәресенең дауамы һанала. Өфө фән һәм технологиялар университеты 2023 йылда Волга буйы федераль округы вуздары уҡытыусылары өсөн квалификация күтәреүҙә терәк методик майҙансыҡ булғайны. Уҡытыу сиктәрендә 160-тан ашыу педагог үҙ белемен камиллаштырған. Өфө ҡалаһы тарихы музейында үткән конференцияла яңы дисциплинаны ике йыл дауамында уҡытыу буйынса социологик һорау алыуҙың һөҙөмтәләре тәҡдим ителде.

10-11 апрелдә Киров ҡалаһында Вятка дәүләт университеты ойошторған конференцияла ҡатнашып ҡайттым. Коллегалар менән бергә «Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәре» дисциплинаһы өлкән курстарҙа ла уҡытылырға тейеш тигән фекергә килдек. Шулай уҡ был фәндең йөкмәткеһе тураһында ла һөйләшкәйнек. Ғөмүмән, студенттар яңы фәнгә яҡшы ҡарашта, ниндәйҙер ҙур һөҙөмтәләр тураһында иғлан итеү әлегә иртәрәк.

Оксана Игнатьева, Өфө фән һәм технологиялар университеты тарих һәм дәүләт идаралығы институтының дәүләт идаралығы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы