Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының яңы корпусы - Трансляция медицина институты төҙөлөшөнә старт бирелде. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Яңы объектта онкология һәм кардиология профиле буйынса пациенттарға алдынғы юғары технологиялы ярҙам күрһәтелеүҙән тыш, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн кадрҙар әҙерләү ҙә ҡаралған. Төҙөлөш майҙансығынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы биләмәһендә күләмле төҙөлөш башланды. Буласаҡ корпустың нигеҙенә бетондың тәүге кубометрҙары ағыла. Бер көн эсендә 800 кубометр яһалма таш төҙөлөш материалы һалынырға тейеш. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Трансляция медицина институты асылыу менән молекуляр диагностикалауҙа, яңы медицина ҡорамалдары, яһалма органдар булдырыуҙа, генлы һәм күҙәнәкле терапияла алдынғы, хәл иткес ҡарарҙар көтөлә.
Башҡаланың Шәфиев урамында урынлашҡан яңы объектты 2027 йылда сафҡа индереү планлаштырылған. Әле төҙөлөш майҙансығында ике тиҫтәнән ашыу кеше эшләй.
Биләмәлә төҙөлөш эштәре 15 марттан дауам итә. Йыл аҙағына тиклем бында 7-8 ҡатлы бина күтәреү, инженер селтәрҙәре һуҙыу ҡаралған. Артабан фасад һәм эске биҙәкләү эштәре башлана.
Юғары уҡыу йорто етәкселеге билдәләүенсә, яңы объект һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фән үҫешенә ҙур этәргес буласаҡ. Институт алдынғы медицина технологиялары, шул иҫәптән роботлаштырылған хирургия менән йыһазландырыла. Клиника биләмәһендә уҡытыу, кадрҙар әҙерләү сифаты ла бермә - бер артасаҡ.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юғары уҡыу йортондағы, ғөмүмән, төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ыңғай үҙгәрештәр ҡыуандырыуын билдәләне. Университет эшлекле командаһы менән көслө, яңы уҡыу корпустары, ғилми-тикшеренеү институттары, заманса ятаҡтар сафҡа индерелә. Вуз «Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһында ҡатнашып та, матди базаһын нығытыуға өҫтәмә ресурстар алды. Трансляция медицина институты төҙөлөшө лә - һаулыҡ һаҡлау һәм фән өлкәһендәге алдынғы позицияларҙы нығытырға ярҙам итәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина