Ҡоролтайҙа фронтовик депутаттарҙың фотоэкспозицияһы асылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан БАССР-ҙың Юғары Советы депутаттарына арналған фотоэкспозицияны ҡараны. Күргәҙмә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, бөтәһе 184 фронтовик депутат булған. Улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, 11 Советтар Союзы Геройы, ике Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм Дан орденының тулы кавалеры бар. Һуғыш башланыу менән Юғары Советтың бөтә составы тиерлек фронтҡа китә. Уларҙың һәр береһе Еңеүгә лайыҡлы өлөш индерә. Күргәҙмә фронтовик депутаттарҙың тормош юлы хаҡында һөйләй. Бында билдәле рәссамдарҙың эштәрен һәм Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡыусыларының ижад емештәрен дә күрергә мөмкин.