Ҡышҡыһын яугирҙарға йылы әйберҙәр кәрәк булһа, көндәр йылыныу менән эсәр һыу, шәхси гигиена саралары, аҙыҡ-түлек күпкә мөһимерәк. «Хәйбулла ирекмәндәре» хәрәкәте яугирҙарҙың һорауы буйынса тупланған гуманитар ылауҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатты.
Посылкалар араһында «Булат» пилотһыҙ осоу аппараттарын билдәләүсе ҡоролма, антидрон юрғандар, маскировка селтәрҙәре һәм шишмә һыуы бар. Был гуманитар йөктө район халҡы, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр, яугирҙарҙың әсәләре һәм ҡатындары бергәләшеп йыйған. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү алдынан һалдаттарға 250-нән ашыу шәхси бүләк тә оҙатылды. Шулай уҡ хәрбиҙәр һорауы буйынса позицияларҙы нығытыу өсөн кәрәкле ағас материалдары һәм арбалар тейәлгән. Яугирҙар әйтеүенсә, бер тәгәрмәсле арба зыян күреүселәрҙе тиҙ арала эвакуациялау һәм ҡотҡарыу өсөн бик кәрәкле. Ул ҙур түгел, еңел һәм ҡулланышта ябай, ти улар.