Башҡортостан Башлығы грантына ауыл йәштәре форумы. Ауылдарҙа төпләнеп йәшәр һәм эшләр өсөн ҡыҙҙарға һәм егеттәргә ниндәй мөмкинлектәр бар, маҡсатлы юллама буйынса ҡайҙа юғары һәм махсус техник белем алырға мөмкин? Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил ауылы филиалында һәм район мәктәптәрендә ойошторолған һөнәри йүнәлеш биреү осрашыуҙары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Әбйәлил район-ара ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре өлкән класс уҡыусыларын һөнәр нескәлектәре менән таныштырҙы. Төбәктә үҫемлекселек менән етди шөғөлләнгән белгестәр ҙә йәш-елкенсәктә үҙҙәре яратып башҡарған хеҙмәткә ҡарата ҡыҙыҡһындырыу уята алды.Әбйәлил ауылында урынлашҡан Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалына төрлө һөнәрҙәр менән танышырға Таштимер, Михайловка, Красная Башкирия мәктәптәренән йөҙгә яҡын уҡыусы килде.
Ашнаҡсы-кондитерҙар, иретеп йәбештереүселәр, ауыл хужалығында етештереү мастерҙарына уҡырға балалар күпләп килә, был һөнәрҙәр бөтәһе лә ауыл ерендә ихтыяж менән файҙалана.
Ошондай татлы ризыҡтарҙы бешергәндән һуң видеоға төшөрөп һалыу өсөн колледж йәштәре медиакиңлектә махсус тәжрибә туплаған.Таңсулпан Йомағолова етәкселегендә ике тиҫтәгә яҡын йәштәр үҙ көсөн журналистика өлкәһендә һынап ҡараған. Егеттәр араһында иретеп йәбештереүсе, ауыл хужалығы оҫтаһы һөнәрҙәре лә бик популяр булһа, ҡыҙҙар ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙ итә.
Ауыл ерендә кәрәкле төп ун һөнәр, кадрҙарға булған ихтыяжды хәл итеүҙә мәшғүллек хеҙмәте белгестәре вакансиялар хаҡында бөйән итте. Бынан тыш үҫмерҙәр өсөн «Фермер», «Ауылда карьера», «Йәш һәм уңышлылар», «Һөнәрҙәр» майҙансыҡтары эшләне. Тау сәнәғәтендә эшләүселәр маҡсатлы уҡыу программаларының өҫтөнлөктәре, тау-байыҡтырыу өлкәһендәге төп һөнәрҙәр менән таныштырҙы.
Тау сәнәғәте белгестәре Асҡарҙа Таһир Кусимов исемендәге гимназиия уҡыусылары менән дә фәһемле осрашыу үткәрҙе. Ҡаҙмаш, Амангилде ауылдары уҡыусылары таусылар менән Буранғол урта мәктәбендә аралашты.Үҫмерҙәр тау сәнәғәте һөнәрҙәре, предприятиеларҙа социаль мөмкинлектәр һәм эш шарттары, республика, күрше төбәктәрҙең уҡыу йорттарында таусы һөнәрҙәренә уҡыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт тупланы.
Йәштәр презентацияларҙы ла иғтибар менән тыңланы. Осрашыуға килгән 150 үҫмерҙең өстән бер өлөшө тау һөнәрҙәрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы артыуын билдәләне.
Был осрашыуҙа таусы һөнәрен бик яҡшы белгән прфессионалдарҙы тыңланым. Кәрәкле мәғлүмәтте беренсе тапҡыр ишеттем. Баҡыр байытыу производствоһы хаҡындағы бөтә презентациялар ҙа миңә оҡшаны.
Сәнәғәттең ниндәй генә өлкәһен алма, баҡыр тормош-көнкүрештәге ҡорамалдарҙа шул иҫәптән кеҫә телефондарынан алып йыһан аппараттарында ла киң ҡулланыла. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң төҙөлгән тау-байыҡтыу комбинаттарында заманса һәм алдынғы технологиялар ҡулланыла, тирә-яҡ мөхиткә һәм һаулыҡҡа зыяны юҡ, ти белгестәр.
Бөгөнгө көндә табылған баҡыр рудаһы ябыҡ циклда эшкәртелә һәм байытыла. Экологияға һәм кеше һаулығына зыяны юҡ. Заманса технологиялар ҡулланыла. Үҙем был өлкәне ныҡлы өйрәнгәс, заманса технологиялар ҡулланылыуын ышаныс менән әйтә алам һәм балаларҙы ла таусы һөнәренә уҡырға саҡырам.
Асыҡ ишектәр форматындағы осрашыу»Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Томинский һәм Михеевка тау-байыҡтырыу комбинаттары таусылары һәм уларҙы иғтибар менән тыңлаған йәштәр өсөн фекер төйнәү, ышаныслы итеп аралашыу майҙансығына әүерелде.Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинатын эшләтеү менән 1500 кешегә хеҙмәт урындары будырыласаҡ тип күҙаллана.
Әбйәлил йәштәр өсөн хыялдарҙы тормошҡа ашырыу урыны. Районда ойошторолған ауыл йәштәре форумы киләсәк һөнәр һайлауға йүнәлеш бирҙе. Сарала ҡатнашҡан егет-ҡыҙҙар тау сәнәғәте, ауыл хужалығы һәм башҡа өлкәләрҙә белем алып тыуған ерҙән ситкә китмәй эшләү, донъя көтөү мөмкинлеге тураһында белде.
Гүзәл Борханова