Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның хикәйәһе буйынса «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакленең премьераһы үтте. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Тулырак Илүзә Ҡыҙрасова репортажында.
«Мөхәббәттең мәңгелек доғаһы ул «яратам» тигән һүҙ. Һуңлай күрмәгеҙ, үкенескә ҡалмаһын» - был юлдар Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» хикәйәһенән. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә спектакль дәрәжәһенә еткерелгән әҫәрҙә мәңгелек темалар күтәрелә.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Айрат Абушахманов. Сәхнәлә ваҡиғалар 82 йәшлек Фәрхинур ҡарсыҡтың Германияға барып, иренең ҡәберен күреүе, уның тормош үкенестәре тирәләй бара. Премьера театр өсөн яңы - кинодрама жанрында сығарылыуы менән дә үҙенсәлекле.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ҡуйылған әҫәр тамашасыға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте. Премьера тулы аншлаг менән үтте.
Спектаклдән һуң Гөлсирә Ғиззәтуллина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде. Абруйлы наградаға яҙыусы башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә ирешелгән ҡаҙаныштары өсөн лайыҡ булды. Премьера спектакле тағы ла 7 һәм 22 майҙа күрһәтелә.
Илүзә Ҡыҙрасова