Яугирҙарға сифатлы медицина ярҙамы булырға тейеш

Өфөлә табиптар яугирҙарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса фекер алыша. ВУЗ-ара студенттар кампусында ғилми-ғәмәли конференция дауам итә. Эшлекле йыйында Волга буйы федераль округының хирургия өлкәһендәге 250-нән ашыу белгес ҡатнаша. Улар ялан шарттарында яралыларға беренсе ярҙам күрһәтеү, реабилитациялау буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Стратегик башланғыстар агентлығының проекттар директоры Сергей Стрижнев һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Нуриман үҙәк район дауаханаһы табиптары алғы һыҙыҡта эшләй, махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам әҙерләй”, - ти баш табип Салауат Ғайсин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хирургтар конференцияһында ҡатнашты. Ул бында медицина ҡорамалдары һәм техника күргәҙмәһен дә ҡараны.