Егеттәр «Защитник» үҙәгендә «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса медицина тикшереүе үтә, банк картаһы аса һәм документтарҙы туплап алғы һыҙыҡҡа юллана ала. Үҙәктә анализ тапшырыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Өс тапҡыр туҡланыу, йәшәү бүлмәләре ҡаралған. Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Хәрби контракт төҙөүсегә үҙе менән документ һәм юлға сығыу өсөн кәрәк-яраҡ алырға ғына кәрәк.
Контракт килешеүе төҙөүселәр араһында Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған ир-егеттәрҙе күрергә мөмкин. алғы һыҙыҡҡа юлланыусылар араһында оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә байтаҡ. .Башҡортостанда контракт килешеүе төҙөүсе ир-егеттәргә бер тапҡыр түләнә торған аҡса күләме 2 миллион 300 һумға тиклем еткерелде. Бынан тыш яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.