Башҡалала «Еңеү йырҙары» хор һәм вокал коллективтары конкурсының финалы үтте

Республика уҡыусы йәштәр мәҙәниәт үҙәге тарафынан ойошторолған сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған. Конкурстың һайлап алыу этабында 48 муниципаль берәмектән 2657 уҡыусыны үҙ эсенә алған 175 коллектив ҡатнашҡан.

Конкурстың финалында Өфө, Межгорье, Күмертау, Нефтекама ҡалаларынан, Асҡын, Әлшәй, Ғафури, Дыуан һәм Шаран райондарынан 22 мәктәп коллективы сығыш яһаны. Улар «Мәктәп хоры» һәм «Вокал ансамбль» номинацияларында һынау тотто. Жюри ағзалары уҡыусыларҙың академик һәм халыҡсан башҡарыу оҫталығын, шулай уҡ музыкаль әҫәрҙәрҙе һайлай белеү һәләтен баһаланы.