Традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ватаныбыҙҙың героик тарихын һәм хәрби данын пропагандалау маҡсатында ойошторолған конкурста йөҙҙән ашыу ғаилә ҡатнашҡан. Үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҡоролған музыкаль бәйгене Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәрҙе. Республика төбәктәренән финалға сыҡҡан 16 ғаилә сәхнәлә патриотик рухтағы йырҙар башҡарҙы. Конкурстың төп талаптарының береһе -ғаилә ансамблдәре өс быуын вәкиленән торорға тейеш.