Милли китапханала Мәскәү рәссамы Мария Дудинаның шәхси күргәҙмәһе асылды

«Төшөрәм, тимәк йәшәйем» тип аталған экспозицияла автор графика жанрында башҡарылған 50-нән ашыу әҫәрендә үҙенең донъяға ҡарашын сағылдыра. Ижадсының маҡсаты - картиналары аша кешеләргә йәшәү көсө өҫтәү, уларға борсоған һорауҙарына яуаптар табырға ярҙам итеү.

Төп маҡсатым - картиналарым менән тамашасы араһында бәйләнеш булдырыу, кешеләр йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланһын, тип тырышам. Графика ижади фекерләүгә булышлыҡ итә, шуға ла ошо жанрҙы һайланым.

Мария Дудина, рәссам

Күргәҙмәгә рәссамдың дуҫтары һәм баш ҡаланың һынлы сәнғәт һөйөүселәре йыйылды. Экспозиция авторы уларҙы әҫәрҙәренең тарихы менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар күргәҙмәләге әҫәрҙәр тураһында уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Күргәҙмә Милли китапхананың Октябрь революцияһы урамындағы бинаһында 23 майға тиклем дауам итә.