Табиптар хәрби-ялан хирургияһын үҙләштерә. Өфөнөң Евразия фән-белем биреү үҙәгендә барған ғилми-ғәмәли конференцияла Волга буйы федераль округы субъекттарынан хирургтар, травматологтар, анестезилогтар - бөтәһе 300-гә яҡын табип ҡатнаша. Проект Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Хирургия форумының маҡсаты, әһәмиәте тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Нерв системаһы йәрәхәттәрен дауалау өсөн үрмәксе ауын файҙаланыу, тәүге ярҙам саралары, протездар, тренажерҙар. Фойелағы күргәҙмәлә медицина өлкәһендәге асыштарҙы ла, заманса дауалау һәм реабилитация ысулдарын да күрергә мөмкин. Марат Ильясов хәрәкәтләнеү ағзалары өсөн тренажерҙар тәҡдим итә. Реабилитация ҡоролмаларын ул юл фажиғәһенә осрап аяҡтан яҙғас уйлап таба, һөҙөмтәлә үҙенә лә, меңдәрсә кешеләргә лә ярҙам итә.
Башҡортостан реабилитация эшен уңышлы алып бара. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, махсус хәрби операция яугирҙарының сәләмәтлеген нығытыуға ла ныҡлы иғтибар бирелә.
Әммә республика табиптарының хәрби-ялан шарттарында медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса тәжрибәһе юҡ. Форум ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде.
Форум теоретик һәм практик өлөштән тора, табиптар хәрби-ялан хирургия үҙенсәлектәре менән аныҡ миҫалдарҙа таныша, уңышлы эш алымдары менән таныша ала.
Дөйөм алғанда проект комплекслы ярҙамды үҙ эсенә ала- хәрби-ялан шарттары медицинаһы, реабилитация, социаль проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ күрһәтеү. Шул ваҡытта ғына дауалау процесы һөҙөмтәле буласаҡ.
Рәмзиә Кәримова