Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, сараның мөһимлеген билдәләне. Тел мәҙәниәтен күтәреүгә, туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә. Милләтте берләштереүсе, туған телгә ихтирам уятыусы проект тураһында Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Башҡорт теленән диктантты онлайн-форматта яҙырға теләүселәр өсөн яҡшы мөмкинлек - БСТ каналында тура эфир ойошторолдо. Телһөйәрҙәр байрамында ҡатнашыусылар географияһы йылдан-йыл киңәйә. Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ айырыуса әүҙемлек күрһәтә.
Мәғариф акцияһында ҡатнашыусылар өсөн диктант өс кимәлдә тәҡдим ителде. Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, башҡорт телен яҡшы белеүселәр һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашыусылар өсөн текстар махсус рәүештә әҙерләнгәйне.
Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн яҙыусы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманованың «Онотмаҫҡа» тип исемләнгән диктант тексы тәҡдим ителде. Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университеты стеналарында уны күренекле сәсәниә, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева уҡыны.
Педагогия университеты аудиторияларында өс йөҙгә яҡын кеше йыйылды. Сараға биҙәүестәр, милли кейем кейеп килгән ҡатнашыусылар мәҙәнилек, рухи мөхит тыуҙырҙы.
Өфө фән һәм технологиялар университеты мәртәбәле акция ойошторолған иң ҙур майҙансыҡ. Әле донъя кимәленә сыҡҡан сараға башланғыс та тап ошо уҡыу йортонда 11 йыл элек бирелә. Проекттың авторы - Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева. Башҡорт теленән диктант хәҙер халҡыбыҙҙы берләштереүсе күңел һәм рух байрамына әүерелде. Халыҡ был сараны көтөп ала. Быйыл да аудиториялар шығырым тулы булды.
Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған акцияла ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. География ла киңәйә, әйтәйек, быйыл Тайландта ла башҡорт теленә ихтирам күрһәтелде.
Сараны ойоштороу майҙансыҡтары булараҡ мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениялары һайлап алынғайны. Хәйбулла районындағы белем усаҡтары ла акцияға әүҙем ҡушылды.
Башҡортостан башлығы хакимиәте, төрлө ведомство-министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре лә акцияны дәррәү күтәреп алды. Өфө лимонарийы ла телһөйәрҙәрҙе бер майҙанға йыйҙы.
Һуңлаусылар иғтибарына. кемдә кем өлгөрмәгән - 28 апрель төнгө сәғәт ун икегә тиклем bashdictant.ru сайтына инеп, тура эфир ҡабатлауын ҡарап,акцияла ҡатнашырға һәм диктантты тикшереүгә ебәрергә була. Күләмле сараға рәсми йомғаҡ утыҙ көн эсендә яһала.
Гөлназ Хәйбуллина