Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылды. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып етте.
Гуманитар ярҙамдың күпселек өлөшөн техника тәшкил итә. Фронтта улар тиҙ эшлектән сыға һәм яугирҙар һәр автомобилде көтөп ала. Был юлы республика халҡы махсус хәрби операцияла ҡулланырға 34 юғары үтемле техника оҙатҡан. Ә салон эстәре шәхси посылкалар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тултырыла.
Был йәшниктәрҙә инде дошманды ҡурҡыуҙа тотҡан ҡошсоҡтар. «Өфө» дрондарын республика ай һайын биш йөҙләп оҙата һәм исемле полк ,батальондар, мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға таратып бирелә. Сөнки фронтта хәҙер башлыса дрондар һәм радиоэлектрон көрәш саралары һуғышы. Шуға күрә квадрокоптерҙарҙы, РЭБ, дрондетекторҙарҙы яугирҙар түҙемһеҙлек менән көтә.
Өйҙән ебәрелгән һәр әйбер ҙә еңеүҙе яҡынайтыуға булышлыҡ итә. 148-се гуманитар ылауҙы туплауҙа республиканың 14 районы ҡатнашҡан. Башҡортостан халҡы Донбасс ерлеге балаларын да онотмай. Был юлы ла шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһының мәғариф учреждениелары кәнсә тауарҙары, уҡыу кәрәк -яраҡтары алды.