Геройҙарҙың исемдәре ҡара гранитта мәңгеләштерелде, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәр яҡташ хөрмәтенә ағас ултыртылды. Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында Ватанды фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаған фронтовиктарға стела асылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала..
Стеланы асыуға арналған тантаналы митингҡа Зифа Ҡолһарина атаһының портреты менән килгән. Фотола Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Хөсәйен Асҡаров. Өсөнсө Белорус фронты составында һуғышҡан радиоразведка капитанының һәм атаһының исеме хәҙер иҫтәлекле таҡтаташта уйып яҙылған.
Аллағыуат ауыл советы ауылдарынан 108 кеше Мәскәүҙән алып Берлинға тиклем туғандар ҡәберлегенә ерләнгән. Уларҙың исемдәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған стелала мәңгеләштерелгән булған . Быйыл иһә .иҫтәлекле постаментты яңыртырға булғандар.Унда Еңеү менән ҡайтҡан яугирҙарҙың фамилиялары ла өҫтәлгән. Яңыртылған стелала һәр яугирҙың исем-фамилияһы һәм атаһының исеме бар . Фронтовиктар тураһында белешмә туплағанда бер нисә ҡыҙыҡлы фактҡа юлығалар.Мәҫәлән, Алағыуат ауыл советында тыуғандарҙың береһе элекке стелала һуғышта һәләк булған тип күрһәтелгән.
Түбәнге Аллағыуат ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың иҫтәлеге тимер стела урынына гранитта мәңгеләштерелде. Паркта ултыртылған 223 йәшел ҡарағай үҫентеһе фронтовиктарҙың батырлыҡтары тураһында иҫкә төшөрөп торасаҡ.
Гүзәл Борханова