Бөгөн әҙиптәр Яҙыусылар союзы бинаһы эргәһендә 15 йүкә ағасы ултыртты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа республика етәкселеге тарафынан әҙиптәргә ныҡлы иғтибар бирелә. Халыҡ-ара кимәлдәге «Китап» байрамы ойошторола, Яҙыусылар союзы бинаһына капиталь ремонт яһала, ошонда уҡ «Өфө йүкәләре» скверы төҙөлә. Бында асыҡ һауала шиғриәт кисәләре, ижади осрашыуҙар ойошторопасаҡ. Ә күрше бинаның стенаһында әҙәбиәт темаһына граффити барлыҡҡа килә. Йәғни. архитектура ҡомартҡыһы булған Яҙыусылар йорто һәм уның эргә-тирәһе тулыһынса яңы һулыш кисерәсәк. Аллеяға йүкәләрҙе лә билдәле яҙыусылар ултыртты, һәр ағас янына исемле таҡталар ҙа ҡуйылған.