Өфөлә республиканың иң яҡшы ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры билдәләнде

Ике этапта үткән конкурста 1083 медицина хеҙмәткәре ҡатнашты. Улар тест һорауҙарына яуап бирҙе, практик белемдәрен һынаны. Баһалама ағзалары тарафынан уларҙың тик бишәүһе һайлап алынды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡырмыҫҡалы районынан Әлмира Ғөзәйерова һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 30 йылдан ашыу. Ошо ваҡыт эсендә ул һөнәре серҙәренә төшөнөп кенә ҡалмай, универсал медицина хеҙмәткәре булараҡ бай тәжрибә туплай. Бөгөн ул ауылда төп бурысынан тыш, дәүләт һәм йәмәғәт эштәрен дә йәнәш алып бара. Шуға ла ул республика конкурсынан ситтә ҡалмаған.

Республикала фельдшерҙар араһында конкурс йыл һайын ойошторола. Ике этаптан торған бәйгелә медицина хеҙмәткәрҙәре тәүҙә тест һорауҙарына яуап бирһә, һуңынан практик өлөштә һынау тотто. Атап әйткәндә, симуляция ҡорамалдары һәм манекендар ярҙамында һәр белгес йөрәк-үпкә реанимацияһын, анафилактик шок ваҡытында реанимация күнекмәләрен үтәү кеүек сараларҙы ваҡытҡа башҡарҙы.

Конкурс тәү сиратта фельдшер һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Яңы кадрҙар тәрбиәләү, йәштәр араһында тармаҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу ойоштороусылар ҡуйған төп маҡсаттарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта төбәктә уңышлы тормошҡа ашырылған «Ауыл фельдшеры» кеүек дәүләт программаһы ла үҙ һөҙөмтәһен бирә. Медицина ҡоролмаларының яңырыуы, төпкөл ауылдарҙа модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуы ла шулар иҫәбендә.

Гөлсинә Йомағужина