Бөгөн Өфөлә фонтандар эшләй башланы. Уларҙы асыу тантанаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йылығына арналған «Яҙ моңо» фестивале сиктәрендә үтте.
Баш ҡала фонтандарын тантаналы асыу тамашалары ҡаланың тарихи үҙәгендә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исемендәге һәйкәл майҙанында башланды. «Ҡурай» фонтанының таждары Өфө музыка мәктәптәре ҡурайсыларының илаһи моңо аҫтында асылды. Ҡурай моңо фонтан тауышы менән бер булып урғылды.
Бөгөн Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янындағы фонтан да эшләй башланы. Бында ижади коллективтар данлыҡлы 112-се кавалерия дивизияһының яу юлына арналған тәрән йөкмәткеле тамаша күрһәтте. Ә Шайморатв генерал йырын халыҡ та дәррәү күтәреп алды. «Ете ҡыҙ» фонтаны эргәһе бөгөн йыр-моңдан яңғырап тора. Бында ла халыҡ күп. Йола буйынса фонтанды асыу тамашаһы йөкмәткеһе ошо һәйкәлдең нигеҙенә ятҡан легендар «Ете ҡыҙ» бейеүен башҡарыуҙан башланды. Ҡыҙҙарҙың талғын бейеүенән таш һындар ҙа йәнләнгәндәй булды.