Баш ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында фехтование буйынса ил беренселеге үтте. Финалда Адэлина Бикбулатова Курск ҡалаһынан килгән спортсы Полина Козаеванан көслөрәк булып сыҡты. Осрашыу 15-кә 3 иҫәбенә тамамланды. Ярышта Рәсәй төбәктәренән 650-нән ашыу атлет ҡатнашты. Башҡортостан исеменән 68 спортсы сығыш яһаны. Чемпионатта шулай уҡ Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәре көс һынашты.