Быйыл мәғариф проектына Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 30 кеше ҡушылған. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан биш ветеран һәм яугирҙарҙың өс ғаилә ағзаһы бар. Курс тыңлаусылары «Ҡунаҡсыллыҡ һәм агротуризм индустрияһы», «Емеш-еләктәрҙе әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеү» йүнәлештәрен үҙләштерә. Уҡыуҙар ике ай ярым ваҡытҡа иҫәпләнгән, теориянан тыш, практик дәрестәр ҙә ҡаралған. Артабан һәр кем үҙ эшен асыу буйынса бизнес-план яҡларға тейеш.