Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның концерты үтте

Тыңлаусыларҙы үҙенең ҡабатланмаҫ моңо менән ҡыуандырған йырсы ошо көндәрҙә 65 йәшлек юбилейын билдәләне.

Әлфиә Юлсуринаның репертуары жанрҙар байлығы һәм төрлөлөгө менән айырыла. Башҡорт музыкаһы мэтры, композитор Салауат Низаметдиновтың әҫәрҙәре йырсының һоҡланғыс талантын яңы кимәлгә күтәрҙе, ижад сиктәрен киңәйтте. Данлыҡлы композитор яҙған йырҙарҙы Әлфиә Юлсурина тамашасыларға юғары профессиональ кимәлдә сағыу образдар аша еткерә. Юбилей концертында репертуарҙағы алтын хиттар, эстрада әҫәрҙәре, шулай уҡ быға тиклем ишетелмгән йырҙар яңғыраны.