Гагарин кубогының ярымфиналында юлаевсылар «Локомотив» менән беренсе осрашыуын үткәрҙе. Уйын алдынан эксперттарҙың барыһы ла тиерлек өҫтөнлөк тимер юлсылар яғында буласаҡ тип фаразлағайны. Быға бер ҙә ғәжәпләнәһе түгел, сөнки дәғүәселәр даими чемпионаттың иң яҡшы командаһы тип танылды. Шуға ла улар әле лә кубокҡа төп дәғүәсе тип һанала. Яҡташтарыбыҙға ышанмаусыларҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, тәүге уйын Башҡортостан командаһы файҙаһына тамамланды.
Иҫәпте беренсе осор башында уҡ Данил Алалыкин асты. Уға пасты 18 йәшлек Александр Жаровский бирҙе. Тәнәфестән һуң хужалар Рушан Рафиҡов тырышлығы менән яуап шайбаһы индерҙе. Был голдан һуң дәғүәселәрҙең уңышҡа өлгәшеү өсөн мөмкинлектәре күп булды. Бында инде Семён Вязовой үҙенең оҫталығы менән айырылды. Голкиперҙың ышаныслы уйыны яҡташтарыбыҙға көс бирҙе һәм сираттағы һөжүмдәрҙең береһендә Михаил Науменков үҙ командаһын алға сығырҙы. Ә осрашыу аҙағында Александр Хмелевскийҙың буш ҡапҡаға ырғытҡан шайбаһы Өфө клубына 3-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп «Салауат Юлаев» хоккейсылары серияла 1:0 иҫәбе менән алға сыҡты. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк, Семён Вязовой Гагарин кубогы тарихында бер матчта ике һөҙөмтәле пас биргән тәүге ҡапҡа һаҡсыһы булды. Яҡтар араһында икенсе уйын иртәгә йәнә Ярославлдә уҙа.