Өфөнөң «Сеньор» өлкәндәргә ярҙам һәм хәстәрлек фондында шиғри кисә уҙҙы

Кисәлә Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналған шиғырҙар уҡылды. Үҙәккә йөрөүсе оло йәштәгеләр үҙҙәре яҙған шиғырҙарын һөйләне, бергәләп фронт йырҙарын йырланы. Бала саҡтары дәһшәтле осорға тура килгәндәр һуғыш хәтирәләре менән бүлеште.