Яугирҙар “Башҡортостан Геройҙары” кадрҙар программаһында ҡатнаша

Радий Хәбиров был турала хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар проектына ғариза тапшырыу буйынса илдә беренсе урында. “Башҡортостан Геройҙары” программаһына 2 меңдән ашыу  ғариза килгән, тине республика етәксеһе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика программаһы Президент ҡушыуы буйынса “Геройҙар дәүере” федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла. Әле уның икенсе этабы бара. Проектта ҡатнашҡан яугирҙар менән онлайн тәртиптә фекер алышыу 12 майға тиклем дауам итә.